Новости
15 Ғинуар 2025, 10:05

Аҡса эшләйем тип

кредитҡа 2 миллион һум алып алданған

24 йәшлек егеткә интернет аша еңел аҡса эшләү юлын тәҡдим итәләр. Ул, йәнәһе лә, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып ала, уның менән идара итеүселәр һалынған аҡсаны тиҙ арала күбәйтеп бирә. Ышанған егет 2 миллион һум кредит алып, "аҡса эшләп биреүселәргә" күсерә. Тегеләр тәүҙә онлайн рәүештә уның аҡсаһын артып барғанын күрһәтә. Әммә кредит түләргә ваҡыт еткәс, аферистар юҡҡа сыға.

Алданмағыҙ! Еңел аҡса эшләү юлының аҙағы һәр саҡ алданыу була. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас