Новости
13 Ғинуар 2025, 05:35

Машина аҫтына инеп китә

20 йәшлек егет тюбингын автомобилгә эләктергән була...

Әлшәй районында фажиғәле үлем теркәлгән. 20 йәшлек егет һәләк булған. Йәштәр тюбингты машинаға бәйләп, шыуып күңел аса. Тюбингты эләктереп алып барған машина водителе ҡапыл туҡтай һәм 20 йәшлек егет автомобиль аҫтында ҡала һәм һәләк була, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә.

Йәштәр, үҫмерҙәр араһында ошондай "күңел асыу"ҙы яратҡандар осрап тора. Был бик хәүефле икәнлеген аңлаһағыҙ ине. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙа һаҡлағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас