Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ғинуар 2025, 06:30

Электрокардиограммаға талон ... 1,9 миллион һумға төшкән

64 йәшлек ҡатын билдәһеҙ кешеләрҙең йылдар буйына йыйған аҡсаһын алдап алыуҙары тураһында хәбәр иткән...

Нефтекамала йәшәүсе ҡатынға мутлашыусыларҙан электрокардиограммаға талон 1,9 миллион һумға төшкән. Ҡала полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 64 йәшлек ҡатын билдәһеҙ кешеләрҙең йылдар буйына тупланған аҡсаны алдап алыуы тураһында хәбәр иткән. Ҡатынға шылтыратып, уға беркетелгән поликлиникала электрокардиограммаға талон һалыныуы тураһында хәбәр итәләр. Сираттағы номерҙы билдәләү өсөн телефонға килгән смс-тан кодты әйтеүҙе һорайҙар. Кодты әйткәндән һуң уға: "һеҙҙең исемдән генераль ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелгән. Әгәр һеҙ был ғәмәлдәрҙе башҡармаһағыҙ, ашығыс рәүештә ошо телефон аша бәйләнешкә инегеҙ!"

Ҡурҡып ҡалған пенсионер ҡатын күрһәтелгән номерға шылтырата. Уны енәйәтселәрҙең уның аҡсаһын урлауҙары менән ҡурҡыталар. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн үҙенә банктың икенсе ҡушымтаһын күсереп алырға һәм шул банк иҫәбенә бәйле виртуаль банк картаһы асырға күндерәләр. Шулай итеп, енәйәтселәр пенсионерҙың иҫәбендәге бар аҡсаһын урлайҙар.

Һаҡ булығыҙ! Ололарҙы таныш булмаған телефон номерҙарын алмаҫҡа өйрәтегеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас