Рәсәйҙә социаль пенсиялар 2025 йылдың апреленән 14,75 процентҡа индексациялана. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин хәбәр итте.
- 2025 йылдың апреленән социаль пенсиялар 14,75 процентҡа артасаҡ- тине Никита Чаплин.
Уның һүҙҙәренсә, йыл аҙағына түләүҙең уртаса күләме 15 456 һум тәшкил итәсәк. Пенсиялар 1 ғинуарҙан индексацияланған булыуға ҡарамаҫтан, тағы ла бер индексация булыуы ихтимал, тип белдерҙе 10 ғинуарҙа Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы Ярослав Нилов. Был уҙған йыл йомғаҡтары буйынса инфляция күҙалланғандан юғарыраҡ булһа, буласаҡ, тип аңлатты ул. Әгәр хөкүмәт кәрәк тип тапһа, бөтә страховка пенсияһын алыусыларға түләүҙе февралдән индексацияласаҡтар, тип өҫтәне Нилов