Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Ғинуар 2025, 14:30

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ мәрхүм булды

Мазһар Насип улы Иҫәнбаев менән хушлашыу Өфөлә 12 ғинуарҙа буласаҡ

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ мәрхүм булдыАрҙаҡлы яҡташыбыҙ мәрхүм булды
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ мәрхүм булды

Өфөлә 89-сы йәшендә БР Фәндәр Академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, РФ һәм БР атҡаҙанған фән эшмәкәре , яҡташыбыҙ Мазһар Насип улы Иҫәнбаев вафат булды.

Хушлашыу 12 ғинуарҙа 13.00  сәғәттә Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә (Өфө, Октябрь проспекты, 71) уҙа.

Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Иҫәнбаев Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында төбәк иҡтисады проблемалары бүлеге һәм секторы мөдире булып эшләй. Уның төп хеҙмәттәре төбәктең, илдең иҡтисади үҫешенә арнала. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас