+21 °С
Болотло
Башҡортостанда ағымдағы йылдың тәүге аҙнаһында киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүҙең 11,8 мең осрағы теркәлгән, уларҙың 41,3 процентын балалар тәшкил итә.
Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан хәбәр иттеләр. Шул уҡ ваҡытта уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирҙең 36,6 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Бындай тенденция яңы йыл аҙнаһында сирләүгә хас, тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында.
"Респиратор инфекциялар йоҡтороу хәүефен кәметергә тикшерелгән иҫкәртеү саралары ярҙам итәсәк: йәмәғәт урындарында битлектәр ҡулланыу, ҡулдарҙы һабын менән йыуыу, ауырыу кешеләр менән аралашыуҙан ҡасыу һәм биналарҙы елләтеү», — тип иҫкә төшөрҙөләр белгестәр.