Новости
10 Ғинуар 2025, 06:25

Бына шундай отош!

8 миллион 104 мең 620 һум! Башҡортостанда йәшәүсе 100 һумлыҡ билетҡа шундай сумманы отҡан. Ҡотлайбыҙ!

8 миллион 104 мең 620 һум! Ошондай сумманы Башҡортостанда йәшәүсе 5 ғинуарҙа «Русскон лото» лотереяһының суперпризы уйнатылғанда отҡан. Был хаҡта «Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Хәбәрҙә яңы миллионерҙың мобиль ҡушымтанан 100 һумға билет һатып алыуы билдәләнгән. Ул отош комбинацияһының бер һанын да дөрөҫ әйтмәй, шулай ҙа лотерея шарттарында ҡаралған ҙур суммаға эйә була.

Бәхетле еңеүсене бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Отҡан аҡсағыҙ бәрәкәте менән килһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас