+24 °С
Ямғыр
Алдағы өс көндә һауа торошо +3° - тан -18° - ҡа тиклем үҙгәреүсән буласаҡ.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 10 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы +1, -4°.
Шәмбе, 11 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көнсығыш буйынса -13°, көндөҙ -2,+3°.
Йәкшәмбе, 12 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11°, урыны менән -13, -18°, көндөҙ -1, -6°.