+21 °С
Болотло
40 йәшлек ҡатын интернет аша танышҡан иргә ышанып, 9 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.
Ҡатын интернетта бер ир менән таныша, ул уға аҡсаһын "ышаныслы" ергә һалырға тәҡдим итә. Йәнәһе лә ул үҙе күптән дивидендтар һәм акциялар үҫеше иҫәбенә йәшәй һәм үҙенең "брокерен" кәңәш итә. Ҡ атын был иргә ышанып тәүҙә "брокер" иҫәбенә 5 миллион һум самаһы аҡсаһын, ә һуңынан тағы 3,9 миллион һум кредит алып күсерә. "Брокер" һәм интернет танышы бәйләнешкә сыҡмағас ҡына алданыуын аңлай. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.