Республикала көслө ел менән ҡар яуыуы дауам итә.
Ырымбур трассаһында Булгаковтан Стәрлетамаҡҡа тиклем әлегә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты хәрәкәте сикләнгән.
Тәтешле районында Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлында ла шул уҡ хәл. Был насар һауа шарттарына бәйле көслө ел, һырынты буран, күпләп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе.
Транспорт министрлығы хәрәкәт асылыуы тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәк.
Йома, 10 ғинуарҙа, һауа торошо тынмаясаҡ: төндә төбәктә көслө ҡар, буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға ҡар ятыуы, елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон-112. "Урал буйы" диспетчер хеҙмәте - (347) 286-07-18, 8-917-046-79-53.