Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ғинуар 2025, 10:30

Малайға ата-әсәһенең телефоны аша онлайн банкка инергә ҡушалар

Бала атаһының иҫәбенән 25 мең һум аҡсаны үҙенең телефонына күсерә...

Мутлашыусылар 9 йәшлек баланы алдап, аҡса урларға маташа.

Белорет районы буйынса полицияға 36 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ул 9 йәшлек улын алдап, үҙенең банк иҫәбенән 25 мең һум аҡса урларға маташҡан билдәһеҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һораған.

Ғариза биреүсе, өлкәндәр йоҡлаған саҡта, улының популяр ҡушымтала онлайн-уйындар уйнауын һөйләй. Мессенджерҙа уның менән йәнәһе лә бот бәйләнешкә инә һәм ул робукстар (уйындағы валюта) һатып алырға тәҡдим итә.

Мутлашыусы малайға ата-әсә телефонында банк ҡушымтаһында башҡарылырға тейешле төрлө инструкциялар бирә, телефонға килгән кодтарҙы атауын һорай. Һөҙөмтәлә балиғ булмаған бала атаһының иҫәбенән 25 мең һум аҡсаны үҙенең телефонына күсерә, әммә һуңынан аҡылына килә, смстар яҙышыуҙы туҡтата һәм булған хәл тураһында ата-әсәһенә һөйләй. Ғаиләгә матди зыян килтерелмәй.

Һаҡ булығыҙ! Бындай осраҡтар тураһында балаларығыҙға һөйләп, сит кешеләр менән аралашыу ярамауын аңлатығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас