Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Января 2025, 06:05

Иғтибар! Юлдар ябылды

9 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ябылды...

Иғтибар! Юлдар ябылдыИғтибар! Юлдар ябылды
Иғтибар! Юлдар ябылды

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуына бәйле ике трасса тулыһынса ябылды. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһында (Бөрө, Благовещен, Мишкә, Борай райондары) бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Быға һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпсе (ҡар, буран, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе).

Сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Шулай уҡ 9 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас