+24 °С
Ямғыр
Урындағы ваҡыт буйынса 17:00 сәғәттә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты, Өфө – Ырымбур трассаһында 28 километрҙан (Өфө районы) 134 километрға тиклем (Стәрлетамаҡ районы) хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Был хаҡта Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итте. Сикләүҙәрҙең сәбәбе көслө ел, ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүе менән бәйле. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 2025 йылдың 8 ғинуарында 24:00 сәғәткә билдәләнгән.