Новости
8 Ғинуар 2025, 12:15

Сикләү 1 марттан көскә инә

Күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан дөйөм туҡланыу урындарында төндә алкоголь һатыу сикләнәнәсәк

Күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан дөйөм туҡланыу урындарында төндә алкоголь һатыу сикләнәнәсәк.

Сикләү 2025 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инә. » Күп фатирлы йорттарҙа һәм уларға яҡын территорияларҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы объекттарында (ресторандарҙан тыш) урындағы ваҡыт буйынса 31 декабрҙә 23:00 сәғәттән 1 ғинуарҙа 3:00 сәғәткә тиклемге осорҙан тыш, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу рөхсәт ителмәй", — тиелә Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығы белдереүендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас