Новости
7 Ғинуар 2025, 05:15

Алдағы өс көнгә һауа торошо

Бөгөн һауа температураһы төндә -9,-14°, аяҙытҡанда -19°, көндөҙ термометр  -7,-12° күрһәтәсәк.

Алдағы өс көнгә һауа торошоАлдағы өс көнгә һауа торошо
Алдағы өс көнгә һауа торошо

7 ғинуарҙа республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -9,-14°, аяҙытҡанда -19°, көндөҙ термометр  -7,-12°күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 8 ғинуарҙа, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ ҡар, айырым райондарҙа урыны менән боҙлауыҡ, буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -9, -14°, көнсығышта -17, -22°, көндөҙ -3, -8°.

Кесаҙна, 9 ғинуарҙа, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ -1,-6 градус тәшкил итәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас