Новости
6 Ғинуар 2025, 06:05

Уттан һаҡ булайыҡ!

Йыл башынан 4 кеше янғында һәләк булды

Башҡортостанда йыл башынан алып 58 янғын  теркәлгән. Уларҙа 4 кеше һәләк булған, 3 кеше йәрәхәтләнгән.

Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә,  һалҡын  миҙгелдәрҙә  электр приборҙарын файҙаланғанда һәм мейестәрҙе яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле янғындар һаны арта. 

Шулай уҡ мейестәр һәр саҡ төҙөк булырға тейеш.

Балаларҙың ҡулы еткән ерҙә шырпы, зажигалка булмаҫҡа тейеш. 

Гирляндалар туҡтауһыҙ янмаһын. Бигерәк тә тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр янында. 

Тик һаҡланыу, абай булыу ғына бәлә-ҡазаны иҫкәртер. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас