Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Ғинуар 2025, 14:50

Пособие күләме артты

Был буласаҡ әсәләргә ҡағыла

2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күләме артты, тип хәбәр итә Рәсәй социаль фонды.

Быйыл буласаҡ әсәйҙәргә түләүҙәр декрет ялының башланыу йылына тиклемге ике йыл өсөн уртаса эш хаҡынан иҫәпләнә.

2025 Йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы айына 22440 һум тәшкил иткәнлектән, быйыл пособиелар күләме: 140 көн эсендә кәмендә — 103285 һум, иң күбе — 794355 һум. 156 көн эсендә минимум — 115089 һум, максимум — 885139 һум. 194 көн эсендә минимум — 143123 һум, максимум — 1100750 һум.

Түләүҙең аныҡ күләме ҡатын-ҡыҙҙың эш хаҡына бәйле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр социаль фондта

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас