Гөлназ Ханафина, Түбә ауылы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы, 2013 йылда тыуған:
- Үҙемдән алып әйткәндә, “йылан”дар ул - тормошҡа тәкәббер ҡарашлы, үҙ маҡсаттарына ирешеүсән, алдынғы ҡарашлы, ғилемгә ынтылыусан, кешеләр менән еңел аралашыусан, тормошто яратыусы, үҙ ваҡытын бушҡа сарыф итергә яратмаусылар. Уларҙың яратҡан шөғөлө - йыр-бейеү, китап уҡыу, ҡул эштәре менән булышыу.
Миңә белем биргән уҡытыусыларыма, шул уҡ ваҡытта тәүге уҡытыусым Лилиә Әхмәтоваға рәхмәтлемен. Белем үрҙәренә үрләргә улар күп көс һала. Киләһе йылға ҙур өмөттәр бағлайым: район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа юғарыраҡ урындар яуларға, ғәрәп телен төплө белергә һәм һинд бейеүен өйрәнергә тигән маҡсат ҡуйғанмын. Һәм, әлбиттә, илебеҙгә тыныслыҡ килеп, яуҙағы ағай-атайҙарҙың, олатайҙарҙың тиҙерәк үҙ ғаиләләренә имен-һау ҡайтыуын теләйем.
Ҡыш етеү менән күңел нимәлер көтә башлай. Мөғжизәгә ышанам. Әммә Ҡыш бабайҙың барлығына балалар баҡсаһына йөрөгәндә генә ышана инем. Хәҙер бүләктәрен алһаҡ та, уларҙы шыршы төбөнә кем һалғанын яҡшы беләм.
Яңы йыл алдынан бергәләп шыршыҡайҙы биҙәйбеҙ. Һәр беребеҙ хыялдарын әйтә-әйтә уйынсыҡтар тағып сыға. Бынан тыш, ғаиләбеҙҙең күптәнге йолаһы - кистәрен китап уҡыйбыҙ. Өйөбөҙҙә бай китапханабыҙ бар. Уларҙың һәр береһе уҡылған. Яңыларын алып торабыҙ. Һәр ялда бишәүләп балалар өсөн нәфис фильм, совет киноларын, йә йәнһүрәт ҡарайбыҙ.