+21 °С
Болотло
Башҡортостан Хөкүмәтендә балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда Яңы йыл каникулы ваҡытында балалар менән булған бәхетһеҙ осраҡтар тикшерелде.Кәңәшмәне береенсе вице-премьер Урал Килсенбаев үткәрҙе. Каникулдың тәүге көндәрендә генә 18 бала ҡазаланған. Ике бала һәләк булған. Тикшереү барышында 14 баланы ата-әсәһенән алып, ваҡытлыса приютҡа урынлаштырғандар.