Гөлнара Йәндәүләтова, Ғәҙелбай ауылы почтальоны, 1989 йылда тыуған:
- Йыланды халыҡ ҡурҡыныс йәнлек тип ҡабул итә, уға һипһенеп ҡарай. Ләкин беҙ ысынбарлыҡта улай уҡ түгелбеҙ. “Йылан” булыуыма бер ҙә оялмайым, хатта ғорурланам да. Иң мөһиме – беҙгә теймәһендәр. Кире осраҡта, түҙеп-түҙеп йөрөйбөҙ ҙә, бер “сағып” алабыҙ. Бер әйтә – берәгәй әйтә, әсе әйтә, тигәндәре ул тап “йыландар” тураһында.
Яңы йылды, донъялар тыныслығы алып килһен, тигән өмөт менән көтәм. Беҙҙең бит әле балалар бәләкәй, улар өсөн борсолам. Атайҙар – балаларына, улдар – әсәйҙәренә, ирҙәр ҡатындарына ҡайтһын. Бөгөн иң мөһиме - һаулыҡ һәм ғаилә именлеге. Ҡалғанын эшләп тә, табып та алып була.
Ҡыш бабайға бала саҡта ышандым. Аңлай башлағас та әле ундай мөғжизәнән баш тартҡым килмәне. Әле балаларыма ла шундай бәхетле бала саҡ бүләк иткем килә. 1 ғинуар көнө Ҡыш бабайҙың Шыршы төбөнә ҡалдырып киткән бүләген балаларым ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тештәре төшә икән – яҫтыҡ аҫтына бәләкәй генә бүләк һалам. Уны улар әкиәттәге фея алып килеп һалған, тип уйлай. Уларҙы табып, ҡыуанғандарын күреп, үҙем дә ҡыуанам.
Яңы ғына өйләнешкән ваҡытта һәр яңы йылды ғаилә дуҫтарыбыҙҙа сират менән ҡаршы ала торғайныҡ. Балалар булып, улар үҫә килә, Яңы йылды ғаиләбеҙ менән генә ҡаршы ала башланыҡ. Ҡышҡы каникулда мотлаҡ берәй ергә сәйәхәткә барып ҡайтабыҙ. Балалар тыуған еребеҙҙең матурлығын ҡыш миҙгелендә лә күрергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Ғөмүмән, беҙ сәйәхәт итергә яратабыҙ.