Илдус Зәйнуллин, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры, 1977 йылда тыуған:
- Үҙ-үҙемә мин шундаймын, тип әйтә алмайым. Шуға күрә лә, йылан йылында тыуған атайыма ҡарап характеристика бирергә мөмкин. “Йылан”дар – эшсән, тырыш, һәр ваҡыт алдына ҡуйған маҡсатына ынтылып йәшәй. Улар нимәгәлер тотонор алдынан һәр ваҡыт һуңғы һөҙөмтәне уйлап эш итә.
Мин был йылда мотлаҡ шуны эшләргә тейешмен, тип маҡсат ҡуйғаным юҡ. Кәрәк икән йылына ҡарамай, тотабыҙ ҙа атҡарып ҡуябыҙ. Ә шулай ҙа үҙебеҙҙе уратып алған яҡындарыбыҙға, ҡәҙерле кешеләребеҙгә, ғөмүмән, башҡаларға ла бары тик изгелек эшләү уй-теләге менән янабыҙ. Уларҙы бәхетле итергә ынтылыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу теләге ҙур. Йылан йылы һәр кемгә лә тик изгелек кенә килтерһен, “йылан”дан сағылмай ғына йәшәһендәр.
Һәр кем был тормошта ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итә. Шул уҡ Ҡыш бабайҙан да онотолмаҫ, сихри мәл көтәбеҙ. Ләкин ул бит үҙенән-үҙе тыумай, уның өсөн ынтылып йәшәргә кәрәк. Кешенең тырышлығынан ғына мөғжизә тыуа. Беҙҙең өсөн бәхетле мәл ул - яҡындарыбыҙ һау-сәләмәт булһын. Уларҙың йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен. Минең өсөн тормоштоң мәғәнәһе тап шунда.
Яңы йылды һәр ваҡыт ғаилә менән ҡаршы алабыҙ. Йә ауылға, атайымдарға ҡайтып китәбеҙ, йәки улар үҙҙәре беҙгә килә. Куранттар һуҡҡан ваҡытта беренсе булып атайымдың: “Ура!” – тип ҡысҡырғанын көтәбеҙ. Шунан һуң ғына беҙ ҙә шат ауаздар һалып, бер-беребеҙҙе ҡотлай башлайбыҙ. Был матур традиция киләсәктә лә дауам итер, тип ышанам. Балаларыбыҙ ҡайҙа ғына булһа ла, Яңы йылды ҡаршы алырға беҙҙең янға ҡайтып, сәғәт төнгө 12-не һуҡҡанда атайҙарының: “Ура!” тип әйткәнен көтөр, тип уйлайым.