Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 25 806 һумды тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
«2025 йылдан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 22 440 һумға тиклем артасаҡ. Әммә Башҡортостанда, район коэффициенты арҡаһында, был сумма һалымдарҙы иҫәпкә алмайынса айына 25 806 һум тәшкил итәсәк (2024 йылда 22 128 һум менән сағыштырғанда). Шул уҡ ваҡытта республика Хөкүмәте, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһындағы килешеүгә ярашлы, иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы ойошмалары өсөн минималь эш хаҡы яңы йылда 1,057 тапҡырға күберәк буласаҡ, йәғни 23 719 һум, район коэффициентын иҫәпкә алғанда 27 277 һум», — тип яҙҙы министр үҙенең социаль селтәрендә.