Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Ғинуар 2025, 04:25

Көндәр +4 градусҡа тиклем йылыта

Епшек ҡар һәм ... ямғыр көтөлә. Республикаға аномаль йылы килә

Көндәр +4 градусҡа тиклем йылытаКөндәр +4 градусҡа тиклем йылыта
Көндәр +4 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанға аномаль йылы килде. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә республикала +4°тиклем йылыта.

Бөгөн, 3 ғинуарҙа, бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән уртаса, көндөҙ көньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ буласаҡ.  Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән һауа температураһы көндөҙ +3,-2°тәшкил итәсәк.

Шәмбе, 4 ғинуарҙа, шулай уҡ  ҡар һәм ямғыр рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ -1,+4°.

Йәкшәмбе, 5 ғинуарҙа, ҡар, епшек ҡар һәм ямғыр, урыны менән уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе фаразлана.  Көндөҙ һауа температураһы 0. +4 градус буласаҡ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас