Башҡортостанда хәрби әсирҙәрҙең балалары өсөн түләүҙәр күләме аталды. Ул бала өсөн йәшәү минимумына тиң. Башҡортостанда 2025 йылда ул 15 309 һум тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда президент Владимир Путин указы менән хәрби әсирҙәрҙең балалары өсөн айлыҡ социаль түләү билдәләнгән. Льготаны Сүриә Ғәрәп Республикаһы территорияһында, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балалары аласаҡ. Был социаль пособие башҡа түләүҙәргә һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуҡты билдәләгәндә иҫәпкә алынмай. Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән әсирлеккә алыу йәки хәбәрһеҙ юғалыу датаһы менән билдәләнә, әммә 2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ түгел.