Венера Исмәғилова, Иҫке Сибай ауылы, 1965 йылда тыуған:
- Минеңсә, “йылан”дар зирәк, үткер, егәрле, йылдам халыҡ. Улар таҙалыҡ, бөхтәлек ярата. Урыны менән хәйләкәр ҙә булып китәләр. Әгәр ҙә инде “йылан”дарҙы йәберләһәләр, улар үҙҙәрен яҡлай белә. Шуның өсөн дә асыуына тейергә кәңәш итмәҫ инем.
Ниндәй генә йыл килеүенә ҡарамаҫтан, уның яҡшы, уңышлы булыуын теләйем. Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәрҙең тыуған яҡтарына, ғаиләләренә ҡайтып, Яңы йылды бергә ҡаршылаһындар ине, тигән ҙур теләгем бар.
Яңы йылды ғаиләм, балалар, туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Төнгө сәғәт 12 тулыр алдынан милли аш-һыу әҙерләйбеҙ. Өҫтәлгә бишбармаҡ, йә билмән ҡуям. Быйыл Йыл хужаһына оҡшатып, тултырма бешерергә әҙерләп ҡуйҙым.