Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Ғинуар 2025, 07:00

Һүҙ - "Йылан"дарға

Разифа Ғәлиәкбәрова, мәғариф ветераны, Баймаҡ ҡалаһы, 1953 йылда тыуған:

- “Йылан”дар күберәк ғаиләһендә булырға ярата. Уңғандар, матурлыҡты үҙ итә. Тиҙ үпкәләп баралар, ләкин уны шунда уҡ онота. Нахаҡҡа рәнйетеүселәр менән араны мәңгелеккә өҙәләр. Дуҫтары күп. Әммә уларҙы һайлап ҡына алалар. “Йылан”дар сәйәхәт итергә ярата. Уҙған йыл, мәҫәлән, минең өсөн иҫтәлектәргә бай, тотошлайы сәйәхәттән торҙо. Балаларым менән республикабыҙҙың мөғжизәле урындарының береһе булып һаналған Торатауға барҙыҡ. Розалия ейәнсәрем менән баҫҡыстан түгел, ә халыҡ һалған һуҡмаҡ буйлап күтәрелдек. Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙыҡ, Ирәмәлгә күтәрелдек, Абҙаҡта ла булдыҡ. Татарстан, Удмурт республикаларына, Ижевск ҡалаһына барҙыҡ. Төркиә илендә сәйәхәт иттек, йылы диңгеҙҙә йөҙҙөк. Үҙ йылыбыҙға ла ҡайҙа ял итергә, ниндәй ер-һыуҙы күрергә планлаштырып ҡуйҙыҡ: беҙҙе Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары көтә.

Ҡыш бабайҙың, Яңы йылдың мөғжизәһенә ышанам. Оло йәштә булһам да, Яңы йылдың ниндәйҙер әкиәттәгесә сихри көсө бар, тип уйлап, шуның булырына өмөт итеп йәшәйем. Ғүмер буйы мөғжизәгә ышанып йәшәнем. Яңы йыл шыршыһын биҙәгәндә хыялдарымды әйтә-әйтә, уларҙың тормошҡа ашыуын теләп уйынсыҡтар эләм.

Яңы йылды ғына түгел, бөтә байрамды ла ғаиләбеҙ менән ҡаршы алабыҙ. Бер ҡайҙа йөрөмәйбеҙ, фәҡәт өйҙә генә булабыҙ. Өҫтәлебеҙгә милли аш-һыу ултыртабыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәремдән башҡортса шиғырҙар һөйләтеп, йырҙар йырлатып, бейетеп, уларға үҙебеҙ ҙә ҡушылып, уйындар уйнап, матур байрам кәйефе булдырабыҙ. Шыршы аҫтына бүләктәр һалабыҙ. Яңы йыл каникулында Баймаҡтың ҡара тауына менәбеҙ. 

Һүҙ - "Йылан"дарға
Һүҙ - "Йылан"дарға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас