Новости
2 Ғинуар 2025, 07:15

Ышан, атай!

Яугирҙең улы республика конкурсында еңеү яуланы

Республиканың “Ватанды һаҡлаусылар” фонды “Кем ул Ватанды һаҡлаусы?” тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Унда Башҡортостандан 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең райондан ҡаланың 3-сө, ниғәмәт һәм Муллаҡай мәктәптәренән дүрт уҡыусы үҙ эштәрен ебәрҙе. 

Һөҙөмтәлә конкурста Чечен Республикаһында локаль конфликттарҙа ҡатнашҡан, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙең улы Саньяр Мырҙағәлин еңеү яуланы. Әҡсән Зиннур улы Мырҙағәлин үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ете-һигеҙ яралы егетте алғы һыҙыҡтан алып сығып, сираттағыһына барып еткәндә, снайпер уның йөрәгенә тоҫҡап ата. Мобилизацияның тәүге көндәренән яуҙа булған батыр яугир МхО-ла ҡатнашыу осоронда “Батырлыҡ өсөн”, “хәрби батырлығы өсөн”, Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә. Үҙе үлгәндән һуң уның ғаиләһенә Батырлыҡ ордены тапшырыла. 

Саньяр атаһы иҫтәлегенә “Ышан, атай!” шиғырын һөйләне. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина еңеүсегә диплом, тауыш ярҙамсыһы  булған аҡыллы колонкаһәм х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындаүткән Яңы йыл иртәлегенә саҡырыу билеты тапшырҙы. Шулай уҡ Камила Мәжитова, Ғәзим Вәхитов һәм Айһылыу Заманованың эштәре лә яҡшы яҡтан билдәләнде. Уларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификаттар алды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре “Юлдаш” телеканалында “Ватанды һаҡлаусылар” тапшырыуында күрһәтеләсәк.

Гүзәл САЛИХОВА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас