Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Ғинуар 2025, 09:30

Сибайҙағы йортҡа барып төкөгән

Ике егетте шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙҙарҙы машинанан сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәк була...

Сибайҙағы йортҡа барып төкөгәнСибайҙағы йортҡа барып төкөгән
Сибайҙағы йортҡа барып төкөгән

Сибай ҡалаһындағ водитель <Renault Duster» автомобиле менән идара итә алмай, тротуарҙағы ағасҡа бәрелә һәм шәхси йортҡа бәрелә. Автомобилдә дүрт пассажир: ике егет һәм ике ҡыҙ булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың  ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған ике егетте дауаханаға алып китәләр. Ҡотҡарыусылар ике ҡыҙҙы автомобилдән сығара һәм уларҙы ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра. Водитель зыян күрмәгән. Һаҡ булығыҙ! Артабанғы көндәрҙә юлдарҙың тайғаҡ булыуы фаразлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас