Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Ғинуар 2025, 17:30

Баймаҡ бала табыу йортонда - 2025 йылдың тәүге сабыйы

Баһадир малай 3 кг һәм 770 г, буйы 56 см Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ бала табыу йортонда - 2025 йылдың тәүге сабыйыБаймаҡ бала табыу йортонда - 2025 йылдың тәүге сабыйы
Баймаҡ бала табыу йортонда - 2025 йылдың тәүге сабыйы

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты.

- Бөгөн беҙҙең бала табыу бүлегендә шатлыҡлы ваҡиға!  Яңы 2025 йылдың тәүге көндәрендә күптән көтөлгән ваҡиға – беренсе баланың донъяға килеүе  булды! Яңы тыуған малайҙың бәхетле әсәһе-Гөлназ Хоҙайбирҙина. Был һөйкөмлө сабый бәхетле ата-әсәһенә ысын бүләк. Бәләкәй мөғжизә шәп күрһәткестәр менән донъяға килде: ауырлығы 3 килограмм 770 грамм һәм буйы 56 сантиметр.

Беҙ Хоҙайбирҙиндар ғаиләһен ошо иҫ киткес шатлыҡлы ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға бик күп бәхетле мәлдәр теләйбеҙ.  Сабый көслө һәм сәләмәт булып үҫһен, ә уның тормошо шатлыҡ, йылмайыу һәм сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар менән тулы булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас