Новости
1 Ғинуар 2025, 13:00

Һүҙ - "Йылан"дарға

Көнсығыш календары буйынса, 2025 - Йылан йылы. Кемдәр ул -“йылан” йылында тыуған кешеләр? Үҙ йылын улар ниндәй маҡсаттар менән ҡаршы ала? Ҡыш бабайҙың мөғжизәһенә ышаналармы? Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традициялары бар? Һүҙҙе йыл хужалары – “йылан”дарға бирәбеҙ.  Сәрүәр Мөхәмәтйәрова, Билал ауылы, 1941 йылда тыуған:

- Мин үҙемде шундаймын, тип әйтә алмайым. Кеше мине үҙе баһалаһын.

Ниндәй генә йыл килеүенә ҡарамаҫтан, ҡыуаныс-шатлыҡтары менән килһен. Бөгөн бөтәбеҙҙең дә бер теләк – тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәр тиҙерәк тыуған яҡтарға ҡайтһын. Үҙем һигеҙ бала әсәһе булараҡ, бөтә балаларға ла ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Ата-әсәләр бала ҡайғыһы күрмәһен.

Ҡыш бабайға ышанам. Мөғжизәһе менән килһен.

 Хәҙер инде олоғайғас, ҡайһы балам саҡыра Яңы йылды ҡаршы алырға, шунда барам. Байрам табынына йыл да ҡоймаҡ ҡойоп, сөсө икмәк бешерәм.

Һүҙ - "Йылан"дарға
Һүҙ - "Йылан"дарға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас