Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ғинуар 2025, 07:00

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы. Һынамыштар

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ғинуар айына һынамыштар

 

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.
Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти.

 

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.
Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.
❄Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
❄Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.
❄Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.
❄Бесәй моронон ҡаплап ятһа – һыуыҡҡа.
❄Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
❄Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.
❄Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
❄Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
❄Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.
❄Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
❄Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
❄Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
❄Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
❄Ат ҡуршылдаһа – буранға.
❄Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.
❄Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
❄Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.
❄Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
❄Бесәй ишекте тырнаһа – буран, йомарланып ятһа, һыуыҡ була.
❄Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
❄Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.
❄Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы. Һынамыштар
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы. Һынамыштар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас