Новости
1 Ғинуар 2025, 08:00

2025 йылда ниндәй закондар ғәмәлгә инә?

Бюджет өлкәһендәгеләр күберәк эш хаҡы аласаҡ

Бюджет өлкәһендәгеләр күберәк эш хаҡы аласаҡ

2025 йылдың 1 ғинуарынан врачтар, педагогтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр һәм дәүләт хеҙмәтендәге айырым категория граждандарының эш хаҡы 13,2 процентҡа арта. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәрҙең пенсиялары 5,1 процентҡа күтәрелеп, яҡынса 42 мең һум тәшкил итәсәк. 

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта 

Яңы йылдан балыҡ һәм балыҡ консерваларына хаҡтар 25 процентҡа тиклем, йәшелсә менән емеш-еләккә – 7 процентҡа ҡәҙәр, колбасаға – 10 процентҡа, алкоголгә 15-17 процентҡа артыуы көтөлә. 

Әсәлек капиталы – 677 мең һум 

2025 йылдың февраленән беренсе бала тыуған өсөн әсәлек капиталы – 677 мең һумға, икенсе бала өсөн 894 мең һумға тиклем арта. РФ Дәүләт Думаһы билдәләүенсә, уның күләмен 1 млн һумға еткереү бурысы ҡуйыла. 

Пенсия ла күтәрелер тип көтөлә 

Рәсәйҙә яңы йылдан пенсия артыуы көтөлә. 1 ғинуарҙан хаҡлы ялдағылар өсөн түләүҙәр инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. 

Коммуналь уңайлыҡ өсөн күберәк түләйәсәкбеҙ 

Быйылдан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн хеҙмәттәр ҡиммәтләнә. Рәсәйҙә һәр төбәк өсөн уртаса индекс раҫланды. Башҡортостан өсөн уртаса индекс 14,6  процент тип билдәләнгән. Илдә коммуналь тарифтар йыл һайын 1 июлдән ҡиммәтләнә. Электр энергияһына, һыуға, йылылыҡҡа, газға хаҡтар арта. 

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме күпме була? 

Быйылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 17 процентҡа тиерлек артып, 22 440 һум тәшкил итәсәк. Ә инде 2030 йылға ул 35 мең һумға етәсәк. Ер участкаларын – онлайн аша 1 ғинуарҙан “Земля просто” тип аталған сервис ғәмәлгә инә. Уның ярҙамында һәр кем ер участкаһының урынлашыу схемаһын үҙе төҙөй ала. Бының өсөн кадастр инженерына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. 

Автомобилселәрҙе нимә көтә? 

1 ғинуарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә, ул нигеҙҙә хоҡуҡ боҙған өсөн административ яуаплылыҡтың ҡатыланыуы менән бәйле. 1 марттан автомобилде теркәгән ваҡытта ГАИ-ла ОСАГО талап ителмәйәсәк. Ул мотлаҡ документтар исемлегенән сығарылды. 1 ғинуарҙан иһә тиҙлек режимын арттырған өсөн штрафтар арта. Мәҫәлән, сәғәтенә 20-40 км тиҙлекте арттырған өсөн быға ҡәҙәр 500 һум түләһәк, быйылдан инде ул 750 һум буласаҡ. Сәғәтенә 40-60 км тиҙлекте арттырған осраҡта штраф 1,5-2,5 мең һум тәшкил итә (ошоға тиклем 1-1,5 мең һум ине). Сәғәтенә 60-80 км тиҙлекте арттырған өсөн – 3- 3,75 мең (2-2,5 мең һум), 80 км-ҙан ашыу – 7,5 мең һум (5 мең һум). 

Иҫерек килеш машина менән идара иткән өсөн штраф 30 мең һумдан 45 мең һумға тиклем күтәрелә. Әгәр ҙә медицина тикшеренеүенән баш тартһаң, штраф 45 мең һумға тиклем арта. Шул уҡ ваҡытта светофорҙың ҡыҙыл утына үткән (1,5 мең һумға тиклем арта), автомобилде ҡуйыу һәм туҡтау ҡағиҙәләрен боҙған (2,25 мең һумға тиклем), хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған (1,5 мең һумға тиклем) өсөн дә күберәк түләргә тура киләсәк. Өс йыл ваҡыт бирелә 2025 йылдың 1 мартынан инәсәк яңы закон буйынса ер участкалары хужалары милекселек хоҡуғы алғандан алып 3 йыл эсендә унда төҙөлөш эштәре атҡарырға тейеш була. Был талап баҡса ширҡәттәренә лә ҡағыла. Файҙаланылмаған участка өсөн штраф һалыуҙары йәки уны тартып алыуҙары ихтимал. 

Һалым кодексында ла үҙгәрештәр көтөлә 

Яңы йыл башынан һалым ҡануниәтендә үҙгәрештәр ғәмәлгә инә.  Был яңылыҡ бизнесҡа ла, ябай граждандарға ла ҡағыла. Атап әйткәндә, НДФЛ-дың берҙәм ставкаһы урынына прогрессив шкала индерелә. Хәҙер инде һалым кимәле эш хаҡына бәйле буласаҡ. Йәғни кемдең эш хаҡы күберәк, шул һалымды ла күберәк
түләйәсәк. 

Кредит алыуға үҙтыйыу барлыҡҡа килә

2025 йылдың 1 мартынан ҡулланыусылар кредиты һәм микрозаймдар алыуҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” аша кеше үҙенә-үҙе тыя ала. Был мутлашыусыларҙан  һаҡланыу өсөн кәрәк буласаҡ. 1 сентябрҙән инде быны МФЦ аша ла эшләп була. 

Турист һалымы индерелә 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә яңы  һалым – турист һалымы индерелә. Был турала урындағы властар үҙҙәре хәл итә. Бындай һалымды  ҡунаҡханаларға, ял йорттарына, шифаханаларға килгән барлыҡ граждандар ҙа түләйәсәк. 

Сит ил паспортына – пошлина 

1 июлдән сит ил паспорты алған  ваҡытта пошлина арта. Әгәр ҙә быға ҡәҙәр дәүләт пошлинаһы бының өсөн  5 мең һум булһа, яңы йылдан ул 6 мең һумға етә.  14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 2,5 мең урынына 3 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ.

Айырылырға тырышма... 

Никах тарҡалған осраҡта дәүләт пошлинаһы хәҙер бик ҡиммәткә төшәсәк: 650 һумдан алып хәҙер ул 5 мең һумға тиклем күтәрелә. Ә бына никахҡа инеү өсөн  дәүләт пошлинаһы шул кимәлдә ҡала – 350 һум. 

Исемеңде үҙгәртмә... 

Исемеңде йәиһә фамилияңды үҙгәрткән осраҡта ла пошлина күберәк була. Әгәр ҙә быға ҡәҙәр ул 1,6 мең һум торһа, 2025 йылдан 5 мең һумға етәсәк. 

Кадастр иҫәбенә лә күтәрелә 

2025 йылдан күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйған өсөн яңы пошлина индерелә. Физик берәмектәр өсөн – 2000 һум, юридик берәмектәр өсөн ул 22 мең һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ер участкаларына милекселек хоҡуғын теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы ике тапҡырға артып, 700 һум буласаҡ.

Мәғарифҡа һәм һаулыҡ һаҡлауға бәйле үҙгәрештәр 

Беҙҙең илдә белем биреүҙең сифатын тикшереү буйынса федераль мәғлүмәти система эшләй башлаясаҡ. 2025 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы мәктәп дәреслектәрен экспертизалауҙа мотлаҡ ҡатнаша. 1 сентябрҙән Рәсәй юғары белем биреүҙең яңы системаһына күсә. “Бакалавриат”, “Специалитет” һәм “Магистратура” тигән төшөнсәләр бөтөрөлә. Уларҙы “Махсуслашҡан юғары белем ” һәм “База кимәлендәге юғары белем” тигән терминдар алмаштырасаҡ.

2025 йылдың 1 ғинуарынан илдә “Һаулыҡты һаҡлауҙың яңы технологиялары” тигән милли проект тормошҡа ашырыла башлай. Проект үҙ эсенә яңы препараттарҙы һәм медицина технологияларын ғәмәлгә индереү, дистанцион диагностиканы үҫтереү, яһалма интеллектты ҡулланыуҙы ала. 

Аҙыҡ-түлеккә лә, кейемгә лә арта 

Әгәр ҙә 2024 йылда күп осраҡта аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелһә, 2025 йылда иһә кейемгә лә, бензинға ла, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн дә, туристик путевка һәм тәмәке өсөн дә артасаҡ, тип күҙаллана. Яңы автомобилдәр тағы ла ҡыйбатыраҡҡа төшәсәк – йыл башында уҡ уларға хаҡтар 15 процентҡа күтәрелеүе көтөлә. 

Балалар өсөн пособие күпме була? 

Йыл башынан йәшәү минимумы күтәрелгәнлектән, пособиелар күләме лә артасаҡ. Бер балаға ул 8600 һумдан алып 17 201 һумға тиклем, ауырлы ҡатындар өсөн 9664 һумдан алып 19 329 һумға тиклем тәшкил итәсәк.

Тәмәкене ташлайбыҙ 

1 ғинуарҙан бер ҡап тәмәкегә хаҡ 4,6 процентҡа артып, уртаса 135 һум буласаҡ. Быға ҡәҙәр ул уртаса алғанда 129 һум ине. Һөткә хаҡ шул кимәлдә ҡаласаҡ 2025 йылда һөт һәм һөт ризыҡтарына хаҡтарҙың артмауы ихтимал, сөнки ул социаль әһәмиәттәге тауарҙар рәтенә инә һәм был мәсьәләне Хөкүмәт контролдә тота. “Больничный” әҙ түләнәсәк Киләһе йылдың сентябренән Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы ҡағиҙәләр индерә. Әгәр ҙә кеше һуңғы ярты йыл эсендә 4 һәм унан күберәк ауырып, дауаханаға мөрәжәғәт итһә, уға “больничный” өс көнгә генә биреләсәк. Үҙмәшғүлдәр ҙә отчет бирәсәк Һуңғы йылдарҙа үҙмәшғүл булып теркәлеп, шәхси эштәрен асыусылар һаны бермә-бер арта. Был шөғөл күптәр өсөн бик уңайлы, сөнки был тәңгәлдә ниндәйҙер декларация һәмотчеттар бирергә кәрәкмәй. Әммә 2025 йылдан үҙмәшғүлдәр ҙә Росстатҡа статистик мәғлүмәттәр тапшыра башлаясаҡ. Әлегә ниндәй отчет бирәсәктәре аныҡ ҡына билдәле түгел. Моғайын, үҙмәшғүлгә уның шәхси кабинетындағы “Минең һалымым” ҡушымтаһына кәрәкле мәғлүмәтте ебәрерҙәр, тигән фекер бар. Әгәр ҙә үҙмәшғүл Росстатҡа ваҡытында отчет бирмәһә, ул РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Штраф күләме – 10 мең һумдан алып 20 мең һумға тиклем. Шунда ла тапшырмаһа, штраф 50 мең һумғатиклем арта. Сим-карта алыуға талап арта Яңы сим-карта алыу хәҙер ҡатмарлаша. Һатып алыусының паспорт мәғлүмәттәре раҫланмайынса тороп, операторҙар симканы активлаштыра алмай. Был тәңгәлдә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм Берҙәм биометрик система ярҙамға киләсәк.Әгәр ҙә бөтәһе лә тәртиптә булһа, абонент Роскомнадзорҙың махсус реестрына индерелә. Тик шунан һуң ғына яңы номер эшләп китәсәк. Этең кешегә ташланмаһын! Бынан ете йыл элек йорт хайуандарын аҫрау-тотоуға бәйле закон ҡабул ителгәйне. Әммә закон талаптарын боҙған өсөн уларҙың хужаларына бер яза ла ҡаралмағайны. Был иһә ҡайһы бер кешеләргә эттәрен, башҡа хайуандарҙы морондоҡһоҙ йөрөтөргә, ярамаған урындарҙа (мәҫәлән, балалар майҙансыҡтарында) алып йөрөргә мөмкинлек бирҙе. Бәғзеләр эттәрен ҡарауһыҙ ебәрә ине. Был хәл РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.52-се статьяһына үҙгәрештәр индереү менән үҙгәрҙе. Хәҙер инде йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уның хужаларына1,5 мең һумдан алып 3 мең һумғатиклем штраф түләргә тура киләсәк.

Бәҙрәф өсөн дә... түләйәсәкбеҙ 

Рәсәй Федерацияһының Һалымкодексына индерелгән үҙгәрештәргә күҙ һалһаҡ, 2025 йылдың 1 ғинуарынан мунса, һарай, бәҙрәф, теплица һәм башҡа капиталь фундаменты булған хужалыҡ объекттарын Росреестрҙа теркәргә тейеш буласаҡбыҙ. Былобъекттар хәҙер инде “күсемһеҙмилек” категорияһына индерелә һәм уларға 0,1-0,3 процент ставкаһы күләмендә һалым һалына. Был тәңгәлдә шуны әйтергә кәрәк, фундаменты булмаған хужалыҡ ҡоролмалары: теплица, беседка, йәйге душ һәм башҡаһын теркәргә кәрәкмәй.

Азамат МӨХӘМӘТШИН әҙерләне

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас