+21 °С
Болотло
Башҡортостанда мутлашыу факты теркәлгән. Ғафури районында йәшәгән 48 йәшлек ҡатын күрәҙәсе әбей тураһында сериал ҡарарға яратҡан. Социаль селтәрҙә ул үҙен төп герой итеп күрһәткән шарлатанканы таба, уның менән бәйләнешкә инә һәм тормош проблемаларын хәл итеүҙә һәм байлыҡ кимәлен күтәреүҙә ярҙам һорай. Аҡса ритуалы өсөн ҡорбан уға үҙенең банк картаһының ике яғын да фотоға төшөрөп ебәрә, шулай уҡ шәхси кабинетының паролен бирә. Бынан һуң уның банк иҫәбенән бөтә аҡсалар урлана.
Һаҡ булығыҙ!