Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Декабрь 2024, 04:40

Әсирлеккә эләккән, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балаларына түләүҙәр буласаҡ

Ул ай һайын түләнәсәк. Указ ҡул ҡуйылған көндән, 2024 йылдың 26 декабренән көсөнә инде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа, ай һайын социаль түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

"Айырым категория хәрби хеҙмәткәрҙәренең балаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтеү маҡсатында ҡарар итәм:

1. Рәсәй Федерацияһы субъектында (балаларҙың йәшәгән урыны буйынса) билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң күләмдә Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә контртеррористик операция үткәреү биләмәләрендә йәки махсус операцияла хәрби бурыстарҙы үтәгәндә әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айлыҡ социаль түләү билдәләү», — тиелә документта.

Башҡа түләүҙәргә был социаль пособие йоғонто яһамаясаҡ. Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән әсирлеккә алыу йәки хәбәрһеҙ юғалыу датаһы менән билдәләнә, әммә 2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ түгел.

Указ ҡул ҡуйылған көндән, 2024 йылдың 26 декабренән көсөнә инде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас