Новости
27 Декабрь 2024, 06:35

Иҫәнбәттәр Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә

Иҫәнбәт ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашырға ҡарар итте.

Иҫәнбәт ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. 

Былтыр уның ярҙамында ауылдың зыяраты ҡоймаһы тулыһынса яңыртырға өлгәшкәндәр ине. Быйыл иһә ауыл халҡы урындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелискты, уның биләмәһен тулыһынса ремонтлау эшенә өҫтөнлөк бирҙ. Беренсе йыйылышта уҡ инициатив төркөм һайланған. Улар халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара. Проект яҡлау табыр, тип өмөтләнәбеҙ. Шуның менән иҫәнбәттәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршы аласаҡ.

Иҫәнбәттәр Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Иҫәнбәттәр Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас