Яҡташыбыҙ, Аҡтау ауылы ҡыҙы Вилүрә Иҫәндәүләтованың исеме яҡшы таныш. Режиссер булараҡ, ул күп документаль һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар авторы. Ошо көндәрҙә уның “Һыу инәһе” фильмы “Алтын шәм” милли премияһын яулауы билдәле булды.
- “Һыу инәһе” ҡыҫҡа метражлы фильмын Ҡариҙел районында төшөргәйнем, - тине Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы. - Һыу буйында ултырған бөтөп барған ауылдар буйлап почтальон Алена Алиева тураһында ул. Ҡышҡы бурандар ҙа, йәйге селлә лә, ҡар-ямғыр ҙа уға кәртә була алмай. Хаҡлы ялдағыларға гәзит-журнал, аҙыҡ-түлек ташый, пенсия тарата. Ябай ғына ауыл ҡатынының көслө рухлы, сыҙамлы булыуы һоҡландыра. Ул ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла йөкмәп, үҙен көткән оло йәштәгеләр янына ашыға. Был бит үҙе үк батырлыҡ!
“Һыу инәһе” - “Төбәктәрҙә кинематографияны үҫтереү” федераль гранты ярҙамында төшөрөлә. “Родина” кинотеатрында презентацияһы үткән. Йыл буйына ул илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһында ла күрһәтелгән. Ошо көндәрҙә “Алтын шәм” милли премияһына йомғаҡ яһалған. 50 фильм араһынан иң яҡшыһы, тип табылған унауһы ғына һайлап алына. Улар араһында Вилүрә Иҫәндәүләтованың да ижад емеше була. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдар араһында “Һыу инәһе” “Алтын шәм” милли премияһын яулай! Бының менән ул Рәсәй кимәлендә иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм булып таныла.
- Минең өсөн был иң ҙур ҡыуаныслы ваҡиға, - тине Вилүрә Иҫәндәүләтова. – Быйылғы йыл минең өсөн уңышлы ғына тамамлана. Киләһе йылға ла пландарым ҙур.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк - “Алтын шәм” милли премияһында иң көслө режиссерҙар йыйыла. Ул һөнәри яҡтан баһалаусы иң көслө премия. Тимәк, Баймаҡ ҡыҙы, талантлы режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова - үҙ һөнәренең оҫтаһы. Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙын оло еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!