Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Декабря 2024, 04:35

Эшләнгән эштәр ҡыуандыра

Алға яңы маҡсаттар ҡуйыла

Эшләнгән эштәр ҡыуандыраЭшләнгән эштәр ҡыуандыра
Эшләнгән эштәр ҡыуандыра

2024 йыл аҙағында Башҡортостан республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары БСТ телеканалында «Интервью» программаһында үҙ эшенә йомғаҡ яһай. Үткән йылда ниндәй төп ҡаҙаныштар булды? Киләһеһенә ниндәй өҫтөнлөктәр билдәләнгән? Был һорауҙарға тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин яуап бирҙе.

Уның фекеренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа йылдың төп проекты булды. Былтыр ғына 140 бина ремонтланған, 55 меңдән ашыу бала яңыртылған шарттарҙа белем ала.

Был өлкәлә Баймаҡ районының да ҡаҙаныштары бар. Мәҫәлән, үрҙә күрһәтелгән программа буйынса быйыл Баймаҡ лицей-интернатына капиталь ремонт үткәрелде, ул хәҙер полилингваль статусын йөрөтә. Мәктәптә ремонт эштәре быйыл яҙ башланды. Яңы уҡыу йылына бында фасад тулыһынса яңыртыла, тәҙрәләр, ишектәр, иҙән япмалары, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы алмаштырылған, территория төҙөкләндерелгән, яңы мебель һатып алынған һәм ҡуйылған. Дүрт ай тиерлек балалар яңы шарттарҙа уҡый, улар баш ҡала уҡыу йорттарынан бер ни менән дә ҡалышмай.

Инглиз теле уҡытыусыһы Райса Тутаева әйтеүенсә, уның тормошо лицей-интернат менән тығыҙ бәйләнгән: биш йылдан һуң ул бында хеҙмәткәр булараҡ ҡайта һәм 30 йыл лицей-интернатта уҡыу бүлеге буйынса завуч булып эшләй.

- Ошо йылдан алып учреждениеның полилингваль статусына ярашлы инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ эшмәкәрлегемде дауам итәм. Беҙ, педагогтар составы, балалар һәм ата-әсәләр, мәктәптең яңыртылыуына һәм замансараҡ, технологик һәм мауыҡтырғыс булып китеүенә бик шатбыҙ. Был беҙгә эш өсөн яңы стимул бирә, - ти ул.

Башҡортостан Башлығының инициативаһы һәм һөнәри белем биреүҙе яңыртыу йылы, шулай уҡ төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы булышлығы арҡаһында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла үҙгәрҙе, ул 1975 йылдан бирле ремонт күрмәй. Шулай итеп, уҡыу йортона 56,5 миллион һум күләмендә аҡса бүленә, был уҡыу корпусын ғына түгел, матди-техник базаны, шулай уҡ ятаҡты яңыртырға мөмкинлек бирә. Уҡыу йортон уңышлы етәкләген Илдус Әдиф улы Зәйнуллин был йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Хөкүмәткә колледж коллективы ла, студенттар ҙа, ата-әсәләр ҙә рәхмәтле булыуын әйтеп үтте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас