Новости
26 Декабрь 2024, 04:30

Аҙағы аяныслы була

. Ағымдағы йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдарында 326 авария теркәлгән. Уларҙа 88 кеше һәләк булған һәм 419 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәрй алған.

Аҙағы аяныслы булаАҙағы аяныслы була
Аҙағы аяныслы була

ЮХХДИ иҫкәртә

Аҙағы аяныслы була

Республикала, шул иҫәптән Баймаҡ районында ла 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем “Айыҡ водитель” оператив-иҫкәртеү сараһы башланды.

Уның маҡсаты - иҫерек килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Был сара сиктәрендә байрам үткән урында водителдәрҙе туҡтатып, тикшереү эштәре ойоштороласаҡ.

Водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам. Иҫерек килеш руль артына ултырыуҙың аҙағы бик аяныслы булыуы ихтимал. Ағымдағы йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдарында 326 авария теркәлгән. Уларҙа 88 кеше һәләк булған һәм 419 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәрй алған.

Әгәр һеҙ иҫерек водителдең транспорт менән идара итеүен күрһәгеҙ, БР буйынса Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны” на хәбәр итегеҙ – 8-347-279-32-92. Шулай уҡ телеграм мессенджеры аша ла хәбәр итеп була. Бөтә хәбәрҙәр ҙә аноним рәүештә ҡабул ителә. Битараф ҡалмағыҙ, юл фажиғәләрен бергәләп иҫкәртәйек!

Гөлфинә Бейешева, Баймаҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас