+21 °С
Болотло
Башҡортостанда көндәрҙең йәнә бер аҙ йылытыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11 градус.
26 декабрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -17, -22 градус, көндөҙ -5, -10 градус.
27 декабрҙә йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11, аяҙытҡанда -16 градус, көндөҙ -1, -6 градус.