

Ишей ауылы мәктәп алдында "Боҙ ҡаласығы" асыу тантанаһы үтте. Был сарала кескәйҙәр, уҡыусылар, ата - әсәләр, мәктәп, китапхана, ауыл клубы коллективтары, бер саранан да ситтә ҡалмаған ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауыл аҡһаҡалы Йыуанур ағай ҙа ихлас күңел менән ҡатнаштылар. Бөгөн ауылыбыҙ күңелле уйындарҙан, йыр-бейеүҙәрҙән яңғырап торҙо. Аҙаҡтан бергәләп саф һауала самауыр сәйе эсеүҙәре генә лә ни торҙо һуң. Ә, инде балаларға Ҡыш бабайҙан бүләк алыу күнелдәренә ятҡандыр тигән ышаныстабыҙ.
Эйе, күптәр; Бынауы заманда, һуғыш барған ваҡытта - тип әйтер. Ә, балаларҙың ғәйебе бармы ни? Аҙ булһа ла онотолһондар, күңел асһындар тигән теләк менән үткәрелде был байрам кисәһе.
Ишей ауылы "Ағинәйҙәр ойошмаһы" етәксеһе, Хәлиҙә Ишдәүләтова.