+21 °С
Болотло


Гуманитар конвой составына Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Даурбеков, Йомаш ауыл советы башлығы Барый Миңлебаев, мәғариф бүлеге механигы Азамат Баймырҙин һәм водителдәр Радик Маннапов, Камил Яхин һәм Йәмил Байегетов бар. Улар Запорожье, Луганск һәм Донецк өлкәләрендәге яугирҙәребеҙ урынлашҡан ергә барып, уларға бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе еткерҙе.
Улар бөтәһе 5600 километрҙан ашыу юл үтте. Район халҡы, эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр һалдаттар өсөн посылкалар йыйҙы, уларға аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, матрастар, юрғандар, мейестәр, бензобысҡылар, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, антидрон һ.б инде. Яугирҙәргә яҡташтарыбыҙҙың йылыһын һәм хәстәрлеген тойоу айырыуса мөһим.