Буранбай ауылынан Мәүлиҙә һәм Хәлим Алтынбаевтар махсус операцияла йөрөгән яугирҙәргә ярҙамдан , имен -һау әйләнеп ҡайтыуҙарына арнап ҡорбанға йылҡы малы салдылар. Уларҙың улдары Илмир, Фәнис һәм кейәүҙәре Руслан МХО -ла хеҙмәт итәләр.. Ҡотосов Илдус Хөснулла улы аят бағышланы. Ауыл хакимиәте башлығы Уразбаев Ҡәюм Рәжәп улы Алтынбевтар ғаиләһенә ҙур рәхмәттәр әйтте һәм егеттәрҙең туған яҡтарына имен -һау ҡайтыуҙарын теләп үҙенең изге теләктәрен еткерҙе .Ауылдың уңған ир-егеттәре,"Әхирәттәр" клубы ҡатын-ҡыҙҙары берҙәм көс менән һуғымды тиҙ арала эшкәртеп тә ҡуйҙы. Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен! Ярҙам ҡулы һуҙғандарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Аллабирһә , егеттәргә күстәнәстәр барып етһен! Донъялар тиҙерәк тынысланып яугирҙар тыуған яҡтарға иҫән- һау әйләнеп ҡайтһындар!