+21 °С
Болотло
Темәс урмансылығы участкаһы лесничийы Иҙел Ситдыҡов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарының ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса күп эштәр башҡара. Кәрәк икәнен утын менән дә тәьмин итә, башҡа хәстәрлеген дә күрә. Ошо көндәрҙә балалары булған мобилизацияланған яугирҙәрҙең ғаиләләренә Яңы йыл бүләге итеп шыршы таратып сыҡҡан.