Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Декабрь 2024, 10:45

Һәмәндәр Яңы йылды ҡаршылай

Һәмән ауылында үткән "Хуш киләһең, Яңы йыл!" байрам кисәһе ауылдың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары эшләгән боҙ ҡаласығы янында үтте. Яңы йылдан һәр кем мөғжизә көтә. Өҫтәүенә бәләкәстәрҙең һәр береһе мөғжизәгә ышана. Бигерәк тә Яңы йылды тап шуның өсөн дә улар көтөп ала. Шуға күрә, һәмәндәр был байрамды матур, сағыу һәм һәр ҡыҙҙың, малайҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышты...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Һәмән ауылында үткән "Хуш киләһең, Яңы йыл!" байрам кисәһе ауылдың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары эшләгән боҙ ҡаласығы янында үтте. Яңы йылдан һәр кем мөғжизә көтә. Өҫтәүенә бәләкәстәрҙең һәр береһе мөғжизәгә ышана. Бигерәк тә Яңы йылды тап шуның өсөн дә улар көтөп ала. Шуға күрә, һәмәндәр был байрамды матур, сағыу һәм һәр ҡыҙҙың, малайҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышты. Билал ауыл биләмәһе башлығы Данис Иҫәнъюлов, "Ағинәй" йәмәғәт йошмаһы рәйесе Фәһимә Һибәтуллина, ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Рәмилә Әминева ауылдаштарҙы байрам менән ҡотланы. Байрам уңайынан Фирдәүес Ырғыҙбаева үҙе ижад иткән шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Боҙҡаласығын эшләүсе Рәйлә Кинәйбулатова, Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мырҙина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Нурзийә Йәнгилдина, Илүзә Аҡнаҙарова, Әлфиә Йәрмөхәмәтова, Фәһимә Һибәтуллина, Рәмилә Әминеваларға рәхмәт һүҙе еткерелде һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Балалар бер-береһен уҙҙырып Ҡыш бабайға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Улар Ҡыш бабайҙан ғына түгел, ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән бүләктәрҙе лә алып һөйөндө. Ҡарһылыу балалар өсөн төрлө уйындар уйнатты. Әлфиә Йәрмөхәмәтова бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, һәмәндәр ҡупшы шыршы янында ялдарын матур итеп үткәрҙе. Афарин! Балаларҙың ҡышҡы каникулы күңелле үтһен өсөн бар тырышлыҡтарын һалған ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов, депутат Фәнис Кинәйбулатов, ауыл биләмәһе водителе Юлай ағай Боҫҡонов, Вәлит Боҫҡонов, Айнур Йәнгилдин, йыл хужаһы йыланды эшләүсе Һәмән кейәүе Рөстәмгә ҙур рәхмәт! Эштәрегеҙ һәр ваҡыт уң булһын!
Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Яңы йыл тыныслыҡ, именлек алып килһен!

Фәһимә Һибәтуллина.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас