+21 °С
Болотло
Стәрлетамаҡтан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең мутлашыусылар 860 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлаған. Шулай уҡ аферисттар уның әсәһен дә алдаған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡатынға ҡарата яңы алдау схемаһы ҡулланылған-енәйәтсе телефон аша үҙен сәскәләр ташыусы тип таныштырған. Уның исеменә гөлләмә булыуын, уны курьер килтерәсәк, тип ышандырған. Сюрпризды алыу өсөн ҡатын мутлашыусылар ебәргән смс-тан шәхси кодты әйтә. Бынан һуң алдауға үҙҙәрен дәүләт органдарының хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған мутлашыусылар ҡушыла. Улар ҡатынды һәм уның әсәһен аҡсаны хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерергә күндерә. һөҙөмтәлә, улар бар аҡсаһын юғалта.
Һаҡ булығыҙ!