+21 °С
Болотло
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 171 осрағы асыҡланған. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.
Бөгөн 119 пациент раҫланған коронавирус диагнозы менән стационарҙа дауалана. 1400 сирле амбулатор дауалана. Инфекцион госпиталдәрҙә коронавирусты дауалау өсөн 195 койка урынлаштырылған, буш койка фонды 29,7 процент тәшкил итә. Ковидтың таралыу коэффициенты әлеге ваҡытта 1,1 тәшкил итә. 17 декабрҙә 151 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған ине.