Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Декабрь 2024, 06:30

Ҡыш бабай шылтыратыуҙар ҡабул итә

8-800 101-10-42 телефоны буйынса балалар Ҡарһылыуҙың йомаҡтарын  сисә,  Ҡыш Бабайға теләктәре  тураһында һөйләй ала...

Ростелеком Контакт-үҙәге (D / O: Digital Operator*) өсөнсө тапҡыр Ҡыш Бабай һәм уның цифрлы ярҙамсыларының ҡыҙыу линияһын аса.

8 800 101-10-42 телефоны буйынса балалар Ҡарһылыуҙың йомаҡтарын  сисә,  Ҡыш Бабайға теләктәре  тураһында һөйләй ала.

Тәүлек әйләнәһенә бушлай номер 2024 йылдың 30 декабренә тиклем эшләйәсәк. Проект «Рәсәй Почтаһы» һәм Бөйөк Устюгтағы Ҡыш бабай резиденцияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

- Ҡәҙерлеләрем, балаларым һәм өлкәндәр! Яңы йыл изгелек, ҡыҙыҡлы асыштар, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр, ихлас йылмайыуҙар менән тулы булһын. Бер секундҡа ла хыялланыуҙан туҡтамағыҙ, эргәгеҙҙә булғандарҙы мотлаҡ һаҡлағыҙ! Киләһе Яңы йыл менән!,- тине Ҡыш бабай.

Цифрлы технологиялар үҫешкән дәүерҙә Ҡыш бабай һәм уның виртуаль ярҙамсыларының ҡыҙыу линияһы ғәҙәти ҡағыҙ хаттарға альтернатива булып тора.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас