Әлеге ваҡытта Иҫке Сибай ауылында «Ат баҙаары> башҡоррт тоҡомло аттар йәрминкәһе гөрләп үтә. Сара Айнур хәҙрәттең доға менән фатиха биреүенән башланды. Артабан моңло халыҡ йырҙары яңғыраны.
Ошо йүнәлештә оҙайлы йылдар эшләгән, Башҡортостанда башҡорт тоҡомло Аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса «Ирәндек»хәйриә фонды рәйесе Алмас Шөгөров сараның халыҡ-ара <Башҡорт аты> фестиваленә әҙерлек сиктәрендә үтеүен әйтте. Билдәле булыуынса, ат фестивале республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса йыл һайын Баймаҡ районында үтә.
Әлеге ваҡытта эксперттар һатыу күргәҙмәһенә килтерелгән башҡорт тоҡомло аттарҙы баһалай. Бының өсөн ат хужалары аттарҙы эксперттар алдында йөрөтә, артабан ул тулыһынса ҡарала. Күргәҙмәлә башҡорт тоҡомло аттарҙы: етештереүсе айғырҙар, йылҡы малы, һимертелгән аттар, спорт һәм эш аттары бар. Уларҙы ҡарау һәм һатып алыу өсөн төрлө район һәм төбәктән килгәндәр.
Сараны Башҡортостанда башҡорт тоҡомло Аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса «Ирәндек»хәйриә фонды ойошторҙо.