Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
20 Декабрь 2024, 14:31

Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

⛸ Һырғалаҡҡа барыр алдынан конькиҙарҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк – улар үткер булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә. ▫ Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел. ▫ Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ. ▫ Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк. ▫ Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ. ▫ 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш. ▫ Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ. ▫ ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ. ▫ Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ. ▫ Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

⛸ Һырғалаҡҡа барыр алдынан конькиҙарҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк – улар үткер булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.

▫ Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.

▫ Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.

▫ Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.

▫ Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.

▫ 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.

▫ Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.

▫ ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.

▫ Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.

▫ Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

 

❌ Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?

⚪ Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға

⚪ Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға

⚪ Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә

⚪ Боҙға хайуандар менән сығырға

⚪ Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға

⚪ Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: