-8 °С
Ҡар
Иҫке Сибай ауылы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан алты яугиренә Яңы йыл күстәнәсе ебәрҙе. “Ялҡын” халыҡ театрының спектакль ҡуйып йыйған аҡсаларына “Сулпылар” балалар баҡсаһы, сәнғәт мәктәбе, ауыл врач-амбулаторияһы хеҙмәт коллективтары ла ҡушылып, йылҡы һатып алдылар. Уларҙы алты яугиренә лә бүлеп, өҫтәп күстәнәстәр һалып оҙаттылар. Яңы йыл күстәнәсен яугирҙәребеҙ ошо көндәрҙә аласаҡ. Афарин, иҫке сибайҙар!